Кескәйҙәрҙе балалар баҡсаһына яраҡлаштырыу осоронда ҡурсаҡ терапияһы элементтарын ҡулланыу

Хәйерле көн, ҡәҙерле ҡунаҡтар, коллегалар. Минең исемем Әмирова Ләйсән Хәдит ҡыҙы “Ҡурай” балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе. Мин һеҙҙе “Кескәйҙәрҙе балалар баҡсаһына яраҡлаштырыу осоронда ҡурсаҡ терапияһы элементтарын ҡулланыу” темаһы буйынса фекер алышырға саҡырам.
Беҙҙең һөйләшеү “Педагогик ателье” йәғни оҫтахана формаһында барасаҡ. Эш барышында һәр берегеҙҙең фекере ҡурсаҡҡа күлдәк өлгөһөнә теркәлеп барасаҡ.
Мәғлүм булыуынса, баланың яңы социаль шарттарға яраҡлашыуы йыш ҡына ауырлаша. Беренсе тапҡыр балалар баҡсаһына килгәс, уның кешеләр менән мөнәсәбәттәре үҙгәрә, ғәҙәти тормош формалары боҙола. Ғәҙәти йәшәү шарттарының ҡырҡа үҙгәреүе баланы ауыр кисерештәргә дусар итә, телмәр һәм уйын активлығын тотҡарлай, хатта бала ауырыуға һабышыуы мөмкин. Тап ошо ваҡытта ҡурсаҡ терапияһы элементтарын ҡулланыу балаларҙы балалар баҡсаһы шарттарына яраҡлаштырыу осоронда юғары һөҙөмтәлелек бирә.
Ҡурсаҡ терапияһы - киң таралған йүнәлештәрҙең береһе, балаларға психологик ярҙам алымы, ҡурсаҡтар ярҙамында баланың тәртибен төҙәтеүҙе күҙ уңында тота. Был алым балалар психологтары И.Я.Медведева һәм Т.Л.Шишова тарафынан барлыҡҡа килгән. Ҡурсаҡ – ул уйында партнер ғына түгел, ул ысын дуҫты алыштыра ала. Баланың күҙ алдына килтереүе, уның ихтыяры буйынса ҡурсаҡ хужаһына нисек кәрәк шулай үҙен тота. Бала ҡурсаҡ менән уйнағанда үҙенең хис тойғоларын күрһәтә, тирә яҡ менән танышыуҙа, аралашыуҙа, үҙ – үҙендә ышаныс тыуҙырыуҙа уға ҡурсаҡ ярҙам итә ала. Шуға күрә балаларҙың күпселегендә бындай уйынсыҡҡа мохтажлыҡ тыуа.
Мин үҙ эшемдә ҡулдан эшләнгән һәм әҙер булған төрлө ҡурсаҡтарҙы ҡулланам. Уларҙы бөтә режим мәлдәрендә лә тиерлек ҡулланам: балаларҙы йыуындырғанда, ашағанда, кейенгәндә, уйнағанда һәм балаларҙы көндөҙгө йоҡоға әҙерләгәндә. Бала балалар баҡсаһына килгәндә мин уларҙы ҡурсаҡ менән ҡаршы алам. Сөнки мин яңы килгән бала өсөн сит – ят кеше, ә ҡурсаҡ бала менән уртаҡ тел табырға, аралашырға ярҙам итә. Бала тыныслана һәм кәйефе лә яйға һалына.

Ҡурсаҡ терапияһы төрлө функцияларҙы үтәй: аралашыу, ял итеү (релаксация), тәрбиәүи, үҫтереүсе һәм уҡытыу.
- Аралашыу функцияһы балалар менән ыңғай эмоциональ контакт барлыҡҡа килтереүҙә ярҙам итеүсе функция.
- Ял итеү – релаксация функцияһы – психоэмоциональ көсөргөнеште сисеү өсөн тәғәйенләнгән.
- Тәрбиәүә функция уйын ситуацияларында баланың тәртибен көйләргә ярҙам итә.
- үҫтереүсе функция балаларҙың психик процестарын үҫтерә.
- өйрәтеү функцияһының төп бурысы- балаларҙы тирә – йүн менән таныштырыу.
1. Ҡурсаҡ терапияһының коммуникатив функцияһын тормошҡа ашырыу өсөн ҙур ҡурсаҡтар ярҙамға килә. Бала үҙ тиҫтерҙәре менән уйнарға теләмәһә йәки уйнай алмаһа, ҙур ҡурсаҡты үҙенең дуҫы итеп ҡабул итә ала һәм уның менән уйнай. Бындай ҡурсаҡтар менән сюжет сағылдырыусы уйындар ойошторорға мөмкин
2. Релаксацион функция. Һәр иртә беҙҙә белем биреү эшмәкәрлеге эмоциональ - позитив кәйеф менән сәләмләү йолаһынан башлана. Балаларҙа ҡыҙыҡһыныу уятып, эшкә әүҙем тотонорға ярҙам итеүсе бирсәткәле ҡурсаҡтарға хәрәкәттәрҙә һәм ишараларҙа төрлөлөк хас. Улар көлә, илай, ҡысҡыра, үсегә, кәйефтәрен үҙгәртә. Был ҡурсаҡтарҙы шулай уҡ балалар менән ҡурсаҡ театрҙары, төрлө инсценировкалар, әкиәттәр сәхнәләштереүҙә ҡулланам.
3. Ҡурсаҡ терапияһының тәрбиәүи функцияһын тормошҡа ашырыу өсөн миңә бармаҡ ҡурсаҡтары ярҙамға килә. Бармаҡ ҡурсаҡтары ярҙамында балаларҙың тәртибен ыңғай көйләргә мөмкин.

4. Психик процестар үҫтереү буйынсаһәр төрлө ҡурсаҡтарҙы ҡулланырға мөмкин.
5. Өйрәтеү функцияһы. Тирә-яҡ мөхит тураһында мәғлүмәтте байытыу маҡсатында магазинда һатылған ҡурсаҡтар, ҡурсаҡ-марионеткалар ярҙамға килә. Был ҡурсаҡтар ҙа төрлө йәштәге кешеләрҙе һүрәтләгән ҡурсаҡтар булыуы мөмкин. Ҡурсаҡ менән уйнап бала үҙе теләгәнсә хәрәкәт итә, хыялдарын, теләктәрен тормошҡа ашыра. Ҡурсаҡ менән уйнағанда бала үҙенең тормоштағы ваҡиғалар тураһындағы ҡараштарын сағылдыра. Ҡурсаҡ менән йөрөргә, уйнарға,әкиәт уҡырға, йоҡларға һалырға мөмкин. Ул балаға тән өлөштәрен өйрәтергә лә ярҙам итә, шулай уҡ кейем атамаларын иҫтә тоторға ярҙам итә. Ҡурсаҡ ярҙамында балаларҙы төрлө хәрәкәтте белдергән һүҙҙәр менән дә таныштырабыҙ- йоҡлау, йүгереү, һикереү, атлау һ.б.
Практик эш
Хөрмәтле коллегалар, ә хәҙер минһеҙгә тормоштан алынған ситуациялар кейстары тәҡдим итәм. Кейстарҙы хәл итеү өсөн һеҙгә өҫтәлдәрҙә урынлаштырылған төрлө ҡурсаҡтар ярҙам итер.
Һәр кейсты ыңғай хәл иткәс ҡурсаҡ образына кейем өлгөһө эленәсәк.
1-се кейс
“Кескәйҙәр уйынсыҡтар менән уйнап туйғас, уларҙы йыйыштырмай ҡалдыралар. Тәрбиәсенең иҫкәртеүенә лә иғтибар итмәнеләр”
-Һеҙҙең реакцияғыҙ нисек булыр ине? Ҡурсаҡтарҙы ҡулланырға мөмкин.
Рәхмәт, коллегалар! Бына беҙ кейемдең бер өлгөһөн бесеп тә алдыҡ. (ҡурсаҡ силуэтына күлдәктең түш өлөшөн элә)
2-се кейс
“Балалар төшкө ашҡа әҙерләнәләр. Тәрбиәсе ашарға ултырыр алдынан ҡулдарын йыуырға тәҡдим итә. Балалар бөтәһе лә ҡул йыуырға инәләр, тик Сәлим генә ҡул йыуыуҙан баш тарта.”
-Һеҙ был осраҡта ҡурсаҡты нисек ҡулланыр инегеҙ?
Афарин! Ҡурсаҡ күлдәгенең итәге лә әҙер булды ( элә)
3-сө кейс
“Әлиәне әсәһе балалар баҡсаһына иртәрәк алып килергә тырыша. Сөнки ул үҙе иртәнге сәғәт 8-ҙә эш башлай икән. Әлиәтөркөмгә ингеһе килмәй. Әсәһе баланы ҡалдыра ла тиҙ генә сығып китә”
-Һеҙ баланы нисек әүрәтер инегеҙ?
Бик шәп, коллегалар! Бына ҡурсаҡҡа күлдәк әҙер ҙә булды (еңдәр өлгөләрен элә)
Афарин, коллегалар. Һеҙ бик тырыштығыҙ. Ҡурсаҡ йылмайып – көлөп ебәрҙе хатта.( ҡурсаҡ йөҙөнә смайлик элә)

Шулай итеп, беҙ һеҙҙең менән ҡурсаҡ терапияһы элементтарын ҡулланыу алымдарын иҫкә төшөрҙөк. Ҡурсаҡ терапияһын ҡулланыу балаларҙың эмоциональ хәлен яҡшырта икәнен онотмайыҡ! Әгәр ҙә балаға күңелһеҙ икән – ҡурсаҡ ҡулланып уның кәйефен күтәрегеҙ, әгәр бала әсәһе менән айырылырға теләмәй икән – ҡурсаҡ ҡулланығыҙ, бала ҡурҡа икән – ҡурсаҡ менән батырлыҡ сағылдырығыҙ, бала йоҡларға теләмәһә – ҡурсаҡ уға бишек йыры йырлап күрһәтһен! Һәм бынан башҡа күп төрлө ситуацияларҙан ҡурсаҡ ҡулланып сығырға мөмкин икәнен онотмайыҡ.Шул ваҡытта бала үҙен икен тоторға өйрәнер, телмәре лә үҫешер, аралашырға,донъяны танып белергә лә өйрәнер.
Тағы ла шуны әйтеп китәйем. Борон- борондан башҡорт халҡы кескәй балалар өсөн ҡулдан ҡурсалаусы ҡурсаҡтар әҙерләгән. Улар энә менән тегелмәгән, сепрәктән уратып, ҡырҡып эшләнгән булған. Бындай ҡурсаҡтар мотлаҡ башҡорт халыҡ кейеме менән биҙәлгән. Сөнки башҡортхалыҡ кейеме элементтары баланы ҡурсалаусы – һаҡлаусы ролен үтәгән.
Хөрмәтле коллегалар, мин дә һеҙгә ҡурсалаусы башҡорт ҡурсағын эшләргә тәҡдим итәм. Ҡурсаҡ һөлдәләре әҙер. Тик уларға башҡорт биҙәкле туҡыма киҫәгенән күлдәк кейҙерергә генә ҡала. Был һеҙҙең балаларығыҙ, ейән – ейәнсәрҙәрегеҙ өсөн ҡурсалаусы ҡурсаҡтар булыр.
Педагогик ательелә ихлас ҡатнашҡанығыҙ өсөн барығыҙға ла оло рәхмәтемде белдереп һеҙҙең менән хушлашам!
Кескәйҙәрҙе балалар баҡсаһына яраҡлаштырыу осоронда ҡурсаҡ терапияһы элементтарын ҡулланыу

(Презентация Microsoft PowerPoint)

Балалар баҡсаһында инновацион технологиялар

(Документ Microsoft Word)

Кескәйҙәрҙең  телмәрен үҫтереүҙә ҡурсаҡ терапияһы

(Документ Microsoft Word)

Танып-белеү эшмәкәрлегендә ҡулланылған технологиялар

(Документ Microsoft Word)

Художестволы – эстетик тәрбә биреү технологиялары

(Документ Microsoft Word)

This site was made on Tilda — a website builder that helps to create a website without any code
Create a website