Иң татлы тел - туған тел

TУFAH ТЕЛ

Мин халҡымдың сәскә күңеленән

Бал ҡортондай ынйы йыямын,

Йыямын да — йәнле ынйыларҙан

Хуш еҫле бер кәрәҙ ҡоямын.

Шуға ла мин беләм тел ҡәҙерен:

Телдән телем кәм Бер дә түгел —

Көслө лә ул, бай ҙа, яғымлы ла,

Кәм күрер тик уны кәм күңел!..

Халҡым теле — теле миңә хаҡлыҡ,

Унан башҡа минең илем юҡ;

Илен hөймәҫ кенә телен hөймәҫ,

Илe юҡтың ғына теле юҡ!

Әсәм теле миңә — сәсән теле,

Унан башҡа минең халҡым юҡ,

Йөрәгендә халҡы булмағандың

Кеше булырға хаҡы ла юҡ!

(Рәми Ғарипов)

This site was made on Tilda — a website builder that helps to create a website without any code
Create a website