Яңылыҡтар
Новости
1 июндә Өфө ҡалаһының Совет майҙанында Китап байрамы уҙҙы. Халыҡ-ара йәрминкәлә Рәсәй төбәктәренән һәм башҡа дәүләттәрҙән ҡатнашыусылар йыйылды. 3 көн дауамында барған саралар Бөйөк Ватан һуғышы һәм махсус хәрби операцияға арналды.
"Китап-байрам" халыҡ-ара китап йәрминкәһе сиктәрендә "Һаумы, һаумы, әкиәт!" донъя халыҡтары әкиәттәрен йәш башҡарыусыларҙың төбәк-ара конкурсында еңеүселәрҙе тәбрикләү тантанаһы уҙҙы.
Башҡортостан халыҡтарының туған телдәрен һаҡлауға, әкиәт башҡарыу традицияларын үҫтереүгә йүнәлтелгән конкурста "Ҡурай" балалар баҡсаһының ата-әсәләр һәм балалар фольклор төркөмө "Әкиәтте сәхнәләштереү" номинацияһында (етәксеһе Хәсәева Г.З.) III урын яуланы! Шулай уҡ Әмирова Ләйсән Хәдит ҡыҙы конкурста жюри ағзаһы булараҡ күрһәткән профессиональ хеҙмәте өсөн Мәғариф һәм фән министрлығының рәхмәт хаты менән бүләкләнде. Коллегаларыбыҙҙы ихлас ҡотлайбыҙ һәм артабан да ижади уңыштар теләйбеҙ!


Һәр халыҡтың үҙенә хас
Бар милли һыҙаттары,
Бар уларҙың ғөрөф- ғәҙәт,
Милли аш, мираҫтары.

Милли мираҫ иң тәүенән
Кейемдәргә төрөнгән,
Һәр милләткә лә тәғәйен
Кейеме бар кейенгән.

Милли кейем – халыҡтарҙың
Рухи билдәләнеше,
Боронғоноң һәм хәҙерҙең
Өҙөлмәҫ бәйләнеше.

Милли кейемдәребеҙгә
Бысраҡтар яғылмаһын,
Һаҡланһын да, яҡланһын да,
Хаҡһыҙҙар ҡағылмаһын.
Фәүзиә Ҡотлогилдина

Өфө районы Жуков ауылының "Ҡарлуғас" балалар баҡсаһында Башҡортостан Республикаһы мәктәпкәсә белем биреү ойошмаларында туған телдә белем биреүсе педагогтар өсөн "Бала саҡ илендә" республика фәнни-методик семинары үтте. Дискуссион майҙансыҡта БР Мәғариф һәм фән министрлығы, БР Мәғарифты үҫтереү институты, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы, Башҡорт телен һаҡлау һәм үҫтереү ойошмаһы вәкилдәре сығыш яһаны.

Программаның икенсе өлөшөндә "Башҡортостан Республикаһы мәктәпкәсә белем биреү ойошмаларында туған телдә белем биреүсе йыл педагогы - 2025" республика конкурсы еңеүсеһе, "Ҡурай" балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе Әмирова Ләйсән Хәдит ҡыҙы «Ҡурсаҡ тарихына сәйәхәт” ( “Серле тирмә" уйын технологияһы буйынса) темаһына асыҡ дәрес күрһәтте. Республика кимәлендә тәжрибә менән уртаҡлашып , үҫеп килгән йәш быуынды тәрбиәләүгә ҙур өлөш индерҙе. Ләйсән Хәдит ҡыҙына тик уңыштар теләйбеҙ!

Сара программаһына ярашлы педагогтар – өлкән тәрбиәсе Нурия Зиннур ҡыҙы, уҡытыусы-логопед Зөлфиә Рафиҡ ҡыҙы, педагог-психолог Лилия Урал ҡыҙы оҫталыҡ дәрестәрендә ҡатнашып тәжрибә тупланылар. Семинар тел өлкәһендәге проблемаларҙы хәл итеү юлдарын эҙләүгә, телде үҫтереү һәм таралыу даирәһен киңәйтеү, педагогтарҙың тәжрибәһе менән таныштырыуға йүнәлтелгән булыуы менән барлыҡ ҡатнашыусыларҙың күңеленә хуш килде.
#Фестиваль
#Детский_сад_Курай
8 апреля 2025 года на базе Республиканской полилингвальной многопрофильной гимназии-интернат №3 г. Сибай состоялся Республиканский полилингвальный фестиваль "Формула успеха", принявший учителей, воспитателей полилингвальных образовательных учреждений, методистов, представителей Министерства образования и науки Республики Башкортостан.
Воспитатель детского сада «Курай» Амирова Лейсан Хадитовна приняла участие в фестивале и представила свой опыт работы на тему: «Использование инновационной технологии «Волшебная юрта» в развитии речи детей дошкольного возраста».
Фестиваль прошёл очень продуктивно, в доброжелательной, творческой, активной и познавательной атмосфере. Участники обсудили вопросы учебно-воспитательного процесса, обменялись опытом, что всегда является значительным подспорьем в системе развития полилингвальных учреждений республики.
14 март Өфөләге “Торатау” конгресс-холында “Башҡорт теле һәм әҙәбиәте йыл уҡытыусыһы” регион-ара, “Башҡортостандың йыл уҡытыусыһы”, “Башҡортостан Республикаһы мәктәпкәсә белем биреү ойошмаһы йыл педагогы”, “Рәсәйҙең уҡытыусы-дефектологы” республика конкурстарын тантаналы йомғаҡлау сараһы үтте.

Конкурс һөҙөмтәләре буйынса
"Туған телдә белем биреүсе йыл педагогы" республика конкурсы еңеүсеһе итеп Сибай ҡалаһының Баланы үҫтереү үҙәге - "Ҡурай" балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе ЛӘЙСӘН ХӘДИТ ҠЫҘЫ ӘМИРОВА билдәләнде.

Көҙ айында республика данын Рәсәй кимәлендә яҡлаясаҡ.
#Ҡотлайбыҙ
14 март көнө, Өфөләге "Торатау" конгресс-холында "Башҡортостандың йыл уҡытыусыһы" республика конкурсына һәм "Башҡорт теле һәм әҙәбиәте йыл уҡытыусыһы" төбәк-ара конкурсына йомғаҡ яһалды. Шуны әйтергә кәрәк, бәйгенең тәүгеһе 35-се тапҡыр, икенсеһе 30-сы тапҡыр үткәрелде. Был көндө бер юлы бер нисә мөһим сараға йомғаҡ яһалды. Шуларҙың береһе, "Башҡортостан Республикаһы мәктәпкәсә белем биреү ойошмаһының йыл педагогы" конкурсы.
Конкурстың бөтә һынауҙарын лайыҡлы үтеп, “Ҡурай” балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе Ләйсән Хәдит ҡыҙы Әмирова "Туған телдә белем биреүсе йыл педагогы" республика конкурсы ЕҢЕҮСЕҺЕ тип танылды!
- “Бөтә конкурс этаптары ла тулҡынландырғыс булды. Һәр береһе алдынан яуаплылыҡ , үҙеңде ҡулға алып, команда бергә ныҡ тырыштыҡ. Был еңеү минең өсөн ҙур шатлыҡ ҡына түгел, икеләтә яуаплылыҡ та өҫтәй, – ти ул. Ләйсән Хәдит ҡыҙы Рәсәй кимәлендә үтәсәк конкурста Башҡортостан данын яҡлаясаҡ! Рухлы, сәмле, илһөйәр, матур һөҙөмтәләргә ирешеүсе коллегабыҙҙы оло еңеүе менән ихлас тәбрик итәбеҙ! Уңыштар теләйбеҙ!!!
Возвращающихся из Уфы лидеров конкурса «Учитель года Башкортостана» ждал сюрприз – ночью возле стелы «Сибай» их радушно встретил дружный коллектив детского сада «Курай»!
Абсолютным победителем конкурса «Педагог года дошкольной образовательной организации с обучением на родном языке» стала воспитатель детсада "Курай" Лейсан Хадитовна АМИРОВА.
Учитель начальных классов школы №7 Светлана Талгатовна Арсланова стала лауреатом конкурса «Учитель года родного языка и литературы», учитель башкирского языка и литературы школы №1 Ильшат Сагадеевич Султанов - финалистом конкурса «Учитель башкирского языка и литературы», музыкальный руководитель детсада «Теремок» Олеся Викторовна Дворянчикова - финалистом конкурса «Педагог года дошкольной образовательной организации Республики Башкортостан».
далее sib-worker.ru/articles/o...
Поздравляем!
Сегодня стали известны имена победителей республиканского конкурса «Учитель года Башкортостана» и межрегионального конкурса «Учитель года башкирского языка и литературы».

Воспитатель детского сада «Курай» Лейсан Хадитовна АМИРОВА стала абсолютным победителем профессионального конкурса «Педагог года дошкольной образовательной организации с обучением на родном языке Республики Башкортостан» и представит республику на Всероссийском конкурсе «Учитель года России».

Поздравляем и желаем новых творческих и профессиональных побед!

#ТуғанТелКөнө
#ДеньРодногоЯзыка
#ХалыҡАраТуғанТелКөнө
#МеждународныйДеньРодногоЯзыка
#БашҡортТеле
#Ҡурайбалаларбаҡсаһы
#Толпартөркөмө
21 февраль – һәр халыҡтың үҙ телен ҙурлау көнө. Тел – халыҡтың матди һәм рухи байлығына асҡыс, тарихи үткән менән киләсәкте бәйләр күпер. “Теле барҙың – иле бар” ти был турала башҡорт халыҡ мәҡәле. Халыҡтың халыҡ булып ҡалыуы, йәшәүе тел яҙмышы менән бәйле. Шуға күрә телде һаҡлау, киләсәк быуынға еткереү бурысы һәр кемдең иңенә берҙәй тигеҙ һалынған.

https://vk.com/wall-197533420_7122

18 февраля состоялся третий тур республиканского профессионального конкурса «Педагог года дошкольной образовательной организации Республики Башкортостан», в рамках которого было проведено очередное конкурсное задание «Педагогические дебаты» с участием министра образования и науки Республики Башкортостан Мавлетбердина Ильдара Маратовича. Также на конкурсном мероприятии присутствовали первый заместитель министра Антипина Светлана Викторовна, заместитель министра Галиева Альфия Закировна, председатель Башкирской республиканской организации профессионального союза работников народного образования и науки Елена Робертовна Хаффазова.

Цель данного конкурсного задания - демонстрация призерами профессионального кругозора и навыков публичного выступления, умения грамотно, аргументированно и содержательно вести конструктивный диалог в ситуации профессионального общения.

Наша конкурсантка Амирова Лейсан Хадитовна, воспитатель МДОБУ ЦРР д/с "Курай" продемонстрировала умение вести профессиональный диалог, коммуникативную и речевую культуру. Итоги Конкурса будут объявлены позже. Желаем удачи Лейсан Хадитовне!
В Сибае определились финалисты престижного конкурса педагогов дошкольного образования

По данным из социальных сетей, в Республике Башкортостан завершился второй этап масштабного конкурса среди воспитателей, работающих с детьми на родных языках. Пятнадцать талантливых педагогов приняли участие в испытании "Брифинг", где им предстояло продемонстрировать свои профессиональные компетенции перед широкой аудиторией.

Особого успеха добилась Лейсан Хадитовна Амирова, представляющая детский сад "Курай". Она блестяще справилась с ответами на вопросы от студентов, родителей, коллег и деятелей культуры, заслуженно войдя в пятерку сильнейших участников конкурса.

18 февраля педагог из Сибая выступит в решающем туре "Педагогические дебаты", где будет бороться за звание лучшего воспитателя республики. Профессиональное состязание выявит самых компетентных специалистов в сфере дошкольного образования на родных языках Башкортостана.

Управление образования Администрации ГО г.Сибай

13 февраля завершился второй тур республиканского профессионального конкурса «Педагог года дошкольной образовательной организации с обучением на родном языке Республики Башкортостан». 15 финалистов приняли участие во втором конкурсном задании «Брифинг», формат которого предполагал ответы финалистов Конкурса на вопросы интервьюеров из числа студенческой, родительской, профессиональной и культурной общественности, представителей средств массовой информации.
По итогам второго тура Конкурса, из числа финалистов Конкурса, набравших наибольшее количество баллов в общем рейтинге, определились 5 лауреатов Конкурса для участия в третьем туре Конкурса.
Амирова Лейсан Хадитовна, воспитатель МДОБУ ЦРР д/с "Курай" вошла в число 5 лауреатов Конкурса!18 февраля состоится третий тур «Педагогические дебаты», который проводится с участием министра и (или) заместителя министра образования и науки Республики Башкортостан, членов жюри Конкурса.
Желаем удачи и выдержки нашему творческому воспитателю Амировой Лейсан Хадитовне!
«Башҡортостан Республикаһы мәктәпкәсә белем биреү ойошмаларында туған телдә белем биреүсе йыл педагогы» республика профессиональ конкурсы
#Конкурс
"Ҡурай" балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе Әмирова Ләйсән Хәдит ҡыҙы "Туған телдә белем биреүсе йыл педагогы" республика конкурсында иң яҡшы һөҙөмтәләр күрһәтеп 32 тәрбиәсе араһында иң яҡшы биш тәрбиәселәр исемлегенә тәғәйен булып "Министр менән әңгәмә" конкурс этабында ҡатнаша.

Өфө ҡалаһында "Туған телдә белем биреүсе йыл педагогы" республика конкурсының икенсе туры тамамланды. Икенсе тур "Оҫталыҡ дәресе" һәм "Брифинг" этаптарынан торҙо. "Оҫталыҡ дәресе" конкурсы М. Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университетында үтте. Финалистар балаларҙың телмәрен үҫтереү, туған телгә һөйөү тәрбиәләү буйынса ҡыҙыҡлы эш алымдары менән бүлеште. Студенттар - буласаҡ педагогтар оҫталыҡ дәрестәрендә бик теләп ҡатнашты, белем һәм тәжрибә тупланы. Жюри ағзалары сығышты методик нигеҙле, практик әһәмиәтле булыу йәһәтенән баһаланы. “Брифинг” һынауында 15 бәйгесе ҡатнашты. Конкурсанттарға ҡыҙыҡлы һорауҙар әҙерләнде. Һорау биреүселәр араһында Рәсәй Федерацияһы Дәүләт Думаһы депутаты, Бөтә донъя башҡорттары Ҡоролтайы (конгресы) Президиумы председателе Айытҡолова Эльвира Ринат ҡыҙының, Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте Премьер-министрының беренсе урынбаҫары Килсенбаев Урал Таһир улының, Башҡортостан Республикаһының Дәүләт йыйылышы - Ҡоролтай рәйесе урынбаҫары Танһыҡҡужина Тамара Михайловнаның, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Башҡарма комитеты рәйесе Йосопов Юлдаш Мөхәммәт улының, «Аҡбуҙат» журналының баш мөхәррире Абдуллина Лариса Хашим ҡыҙының, Башҡортостан Республикаһы татар конгресы башҡарма комитеты рәйесе урынбаҫары Ахунова Зәлия Рәфис ҡыҙының булыуы сараға бәҫ өҫтәне.

Ләйсән Хәдит ҡыҙына "Министр менән әңгәмә" конкурс этабында ла уңыштар юлдаш булһын!
«Башҡортостан Республикаһы мәктәпкәсә белем биреү ойошмаларында туған телдә белем биреүсе йыл педагогы» республика профессиональ конкурсы
#Конкурс
I тур тамам
«Башҡортостан Республикаһы мәктәпкәсә белем биреү ойошмаларында туған телдә белем биреүсе йыл педагогы» республика конкурсы дауам итә.
3 февраль Өфө ҡалаһының күп профилле һөнәри колледжында “Ата-әсәләр менән мәғрифәтселек сараһы” конкурс этабында тәрбиәселәр көс һынашты.
Педагогтар ата-әсәләр алдында тәҡдим ителгән темаларға әңгәмә ҡорҙо, баланы тәрбиәләү, тел мәсьәләләре буйынса үҙҙәренең педагогик тәжрибәләре менән уртаҡлашты.
"Ҡурай" балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе Әмирова Ләйсән Хәдит ҡыҙы ла үҙенең педагогик оҫталығын, ата-әсәләр, балалар менән эшләү тәжрибәһен, ижади һәләтен күрһәттеп, бәйгенең I тур һөҙөмтәләре буйынса финалға үтте.
Киләһе конкурс этабы – “Оҫталыҡ дәресе”. Ул М.Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университетында үтә. Оло бәйгегә йөрьәт итеп сыҡҡан Ләйсән Хәдит ҡыҙына артабан да уңыштар теләп ҡалабыҙ.

Конкурс старт алды
24 ғинуар «Башҡортостан Республикаһы мәктәпкәсә белем биреү ойошмаларының йыл педагогы» һәм уның сиктәрендә ойошторолған «Башҡортостан Республикаһы мәктәпкәсә белем биреү ойошмаларында туған телдә белем биреүсе йыл педагогы» республика профессиональ конкурстары старт алды.
Конкурсанттар үҙ ара “Балалар менән тәрбиәүи сара”, “Ата-әсәләр менән мәғрифәтселек сараһы”, “Оҫталыҡ класы”, “Брифинг”, “Педагогик дебат” һынауҙарында көс һынашасаҡ. Бәйге февраль аҙағынаса дауам итә.
Был мәртәбәле конкурста ҡалабыҙҙы яҡлап беҙҙең “Ҡурай” балалар баҡсаһының юғары категориялы педагогы Әмирова Ләйсән ҡыҙына өлөш төштө. 28 ғинуар конкурстың тәүге этабы – “Балалар менән педагогик сара” башланды. Был көндө Өфө, Сибай ҡалалары, Әбйәлил, Салауат, Хәйбулла, Благовар, Белорет, Архангел райондары педагогтары дәрес күрһәтте. Жюри ағзалары конкурс этабын онлайн форматта ҡараны. Жюри алдында баҙап ҡалмай, уңышлы сара үткәреү һәр кемгә лә еңел булмаһа, Ләйсән Хәдит ҡыҙы лайыҡлы сығыш яһаны.
Педагогыбыҙға киләһе турҙа ла лайыҡлы сығыш яһап, уңыштар теләп ҡалабыҙ!

#Ҡурайбалаларбаҡсаһы
#Яңыйылиртәлеге
#Толпартөркөмө
Тек тек итеп сәғәт һуға
Яңы йыл килә икән.
Беҙгә бүләк өләшергә
Ҡыш бабай елә икән.
Беҙҙең "Толпар" төркөмөндә лә "Мәскәй әбейҙең турагенствоһы" тип аталған Яңы йыл иртәлеге бик күңелле үтеп китте. Ысын әкиәт доньяһына эләгеп, балалар, ата-әсәйҙәр менән төрлө илдәргә сәйәхәт иттек. Испанка, Кикимора, Атаманша , Барышня, Мәскәй Әбей һәм уның турагенство өйө байрамға йәм, сағыулыҡ өҫтәп балаларҙы ҡыҙыҡһындырҙы. Кисәбеҙ күңелле уйындарға, йыр-бейеүҙәргә, сюприз моменттарға бай булды. Һәм, әлбиттә, Ҡыш бабай, Ҡарһылыу, Йылан байрамыбыҙҙың төп ҡунаҡтары булдылар. Йыл буйына балалар үҙҙәрен тик яҡшы яҡтан ғына күрһәткәндәре өсөн Ҡыш бабай бүләктәр таратты, "Яңы йыл" күргәҙмәһендә поделкалар эшләп актив ҡатнашҡандары өсөн грамоталар тапшырылды.
Шулай уҡ, балалар баҡсаһында ойошторолған "Иң яҡшы Яңы йыл фотозонаһы" конкурсында ҡатнашып Гран При яуланыҡ. Ата-әсәйҙәрҙгә ҙур рәхмәт! Күңелдәрен һалып, фантазияларын егеп эшләнгән фотозона, ысынлап та тылсымлы донья кеүек ине. Афарин, балалар, ата-әсәйҙәр!
Бөтәгеҙҙе лә етеп килгән Яңы 2025 йыл менән! Йылан йылы уңыштар, ҡыуаныстар, бәхеттәр килтерһен. Күк йөҙөбөҙ аяҙ, донъялар тыныс булһын!

#Ҡурайбалаларбаҡсаһы
#ДетскийсадКурай
#ЯңыЙыл
#ЙыланЙылы2025
#ТолпарТөркөмө
Ап-аҡ ҡыш шаҡый тәҙрәне
Ҡарлы ел менән.
Ҡар һәм елдәр әйтә һымаҡ:
- Яңы йыл менән!
Яңы йыл байрамын бөтәһе лә түҙемһеҙләнеп көтөп ала, сөнки тирә-яҡ мөғжизәле матур донъяға әйләнә.
"Ҡурай" балалар баҡсаһында ла байрам кәйефен тағы ла өҫтәр өсөн төркөмдәр араһында "Иң матур Яңы йыл фотозонаһы" конкурсы иғлан ителде. "Толпар" төркөмө ата-әсәләре бөтөн фантазияларын егеп әкиәт доньяһылай сағыу "фотозона" эшләнеләр. Балаларҙы ҡыуандырғанығыҙ өсөн һәм был конкурсҡа ихлас ҡарағанығыҙ өсөн рәхмәт!


#башҡорттелекөнө
#толпартөркөмө
14 декабрь - Башҡорт теле көнө!!! Туған теленә ихтирамлы кеше үҙ иленең, төбәгенең, ғаиләһенең шәжәрәһен, тарихын ҡәҙерләй. Башҡорт үҙ телен һаҡлап, үҫтереп, уның матурлығын һәм сафлығын юғалтмай, ҡәҙерләп йәшәһен.
Телебеҙ беҙҙе берләштерһен!
Ошо уңайҙан "Толпар" төркөмөндә башҡорт теле көнөнә айҡанлы тематик саралар үтте: башҡорт әкиәттәрен һөйләнеләр, башҡорт халҡының тирмәһе, кейемдәре, балаҫтары менән таныштылар, матур, сағыу түшелдеректәр эшләнеләр.


#Достижения_воспитанников
#Детский_сад_Курай
Воспитанники нашего детского сада «Курай» группы «Толпар» (воспитатель Амирова Лейсан Хадитовна) участвовали в региональном конкурсе «Био-арт-дизайн», организуемого и проводимого Местным отделением региональной детской общественной организации «Пионеры Башкортостана» по Янаульскому району при поддержке ГАУ ДПО Институт развития образования Республики Башкортостан. Основная цель конкурса – развить у детей творческие способности, проявить педагогам и детям креативные возможности на основе арт-дизайна (использование необычных материалов и техники, чтобы создавать оригинальные произведения), анималистики, флористики, ботанического искусства, бионического дизайна. Поздравляем победителей и призеров в номинации "Био Арт Дизайн в поделках и макетах":
Победитель (1 место ) Зайнуллина Диана
Призер ( 2 место) Назарова Розалия
Призер ( 2 место) Каикбердин Ирхан
Призер ( 3 место) Булатова Сафия
Поздравляем! Желаем дальнейших творческих успехов!
#Ҡурай_балалар_баҡсаһы
Сибай ҡалаһында “Башҡортостан Республикаһы туған телдә уҡытыу ойошторолған мәктәпкәсә белем биреү ойошмаһының йыл педагогы” конкурсының муниципаль этабының һөҙөмтәләре билдәле. Бәйге иң яҡшы белем биреү хеҙмәткәрҙәрен асыҡлау, уларға ярҙам итеү һәм дәртләндереү маҡсатында уҙғарылды.
Тәрбиәсе - ябай һөнәр түгел, бала күңеленең белгесе тип юҡҡа ғына әйтмәйҙәр. Үҙ һөнәренең оҫтаһы булып, бөтә нескәлектәрен яҡшы белгән, һәр ваҡыт ижади эҙләнеү өҫтөндә булған, балалар тәрбиәләүҙә, уларға төплө белем биреүҙә юғары маҡсаттарға өлгәшкән педагогтар "Йыл педагогы -2025 " конкурсының муниципаль этабында 15 педагог һынау тотто. “Ҡурай” балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе Амирова Ләйсән Хәдит ҡыҙы барлыҡ этаптарҙа лайыҡлы сығыш яһап “Башҡортостан Республикаһы туған телдә уҡытыу ойошторолған мәктәпкәсә белем биреү ойошмаһының йыл педагогы” конкурсының муниципаль этабында еңеүсе булып танылды. Ләйсән Хәдит ҡыҙына республика кимәлендә уңыштар, ижади идеялар һәм еңеү теләйбеҙ!
Фестиваль "Тропа юного батыра"
семейный онлайн-ФЛЕШМОБ "Герой моей семьи"!

Амирова Лейсан Хадитовна
Воспитатель группы "Толпар".

Проект МОО «Вперед, Сибай» Фестиваль «Тропа юного батыра» реализуется на грант Главы Республики Башкортостан при поддержке Фонда грантов Главы Республики Башкортостан.
31.10.2024
Сюжетлы-ролле уйын
"Беҙ - янғын һүндереүселәр ".
Маҡсат: балаларҙы логик эҙмә-эҙлелектә бер нисә хәрәкәт башҡарырға, уйын хәленә инергә; үҙ өҫтөнә алған роленә ярашлы уйнарға, сюжет үҫтерергә, уйын барышында үҙ-ара татыу булыуҙы өйрәтеү.
Бурыстары
Белем биреү: балаларҙы алған белемдәрен практикала ҡулланырға өйрәтеү; балаларҙа янғын хәүефһеҙлеге тураһында бөтөн күҙаллауҙы дөйөмләштереү; 101-се номерҙы йыйыу, диспетчер менән һөйләшеү һәләтен нығытыу; балаларҙа «янғын хәүефһеҙлеге» төшөнсәһен формалаштырыу, янғын сығыу сәбәптәре тураһында күҙаллауҙарҙы нығытыу.
Үҫтереүсе: хәтерҙе үҫтереү, диалог алып барыу оҫталығы, яуапҡа тиҙ яуап биреү; уйында аралашыу күнекмәләрен үҫтереү.
Тәрбиәүи: балаларҙа янғын һүндереүселәрҙең хеҙмәтенә, төрлө һөнәр эйәләренә хөрмәт һәм башҡаларға ярҙам күрһәтеү теләге тәрбиәләү; батырлыҡ, фиҙакәрлек кеүек сифаттар.
30.10.2024


Көҙ - йылдың сихри миҙгеле, тәбиғәт беҙҙе үҙенең сағыу япраҡтар һәм йылы төҫтәр донъяһына алып инә. Тап ошо тылсымлы буяуҙарҙан балалар һәм уларҙың ата-әсәләре илһам ала һәм үҙҙәренең фантазияларын егеп матур, үҙенсәлекле ҡул эштәрен алып киләләләр, улар беҙҙең төркөмдө биҙәй.
28.10.2024
Көҙҙө бик күңелһеҙ йыл миҙгеле тиһәләр ҙә, кес кенә балалар аяҡ аҫтында ҡыштырлаған һары япраҡтарға, ҡойоп яуған ямғыр ваҡытында ҡулсатыр аҫтында тороуҙарына шатлана беләләр. Бына шуға ла инде, Көҙ байрамы балаларҙың иң яратҡан байрамдарының береһе. "Толпар" өлкәндәр төркөмө балалары өсөн был сара бик күңелле үтте. Кескәйҙәрҙең дәртле бейеүҙәре, моңло йырҙары, музыка ҡоралдарында уйнауҙары байрамға йәм өҫтәне. Әкиәт геройҙары, Маша менән Айыу ҡунаҡҡа килеп, күңелле уйындар уйнаттылар.
25.10.2024


Сабыйҙар көтһөндәр атайҙы,
Көтһөндәр тик эштән ҡайтҡанды!
Атайҙар, атайҙар, атайҙар...
Гел алда, гел алда атлайҙар.
С. Әлибаев
"Толпар" төркөмө тәрбиәләнеүселәре "Тыуған яҡты өйрәнеү модель китапхана"һына сәйәхәткә барып "Атайҙар көнө" нә арналған тематик дәрестә булып ҡайттылар. Беҙҙе бик йылы, ихлас ҡаршы алдылар. Атайҙар тураһында әңгәмә ҡороп төрлө китаптар ҡараныҡ. Улар беҙҙең батырҙарыбыҙ, терәк-таянысыбыҙ, һаҡлаусыбыҙ икәнен телгә алып ғорурландыҡ. Атайҙарға бүләк итеп балалар һүрәт төшөрҙөләр. Шулай уҡ, башҡорттарҙың сағыу, бай тирмәһе менән дә яҡындан таныштырып киттеләр. Балалалар шиғыр,йырҙар, бейеүҙәр аша саҡырғандары өсөн ҙур рәхмәт әйттеләр.
Атайҙарыбыҙҙы байрам менән ысын күңелдән ҡотлайбыҙ. Ер йөҙөндә һеҙ булғанда бер ни ҙә ҡурҡыныс түгел!
17.10.2024


В МДОБУ ЦРР д/с "Курай" подходят к концу мероприятия "Умный батыр".Педагоги с целью выявления эффективности проведенных мероприятий провели викторину на тему: "Башкортостан- мой край родной". Воспитанники старших, подготовительных групп с удовольствием приняли участие, легко выполнили задания и показали знания полученные в рамках реализации проекта Фестиваль " Тропа юного батыра".
Проект МОО «Вперед, Сибай» Фестиваль «Тропа юного батыра» реализуется на грант Главы Республики Башкортостан при поддержке Фонда грантов Главы Республики Башкортостан.
17.10.2024


Киләсәгебеҙ - рухлы егеттәр ҡулында

Шундай матур, шундай һөймәлекле, һәләтле балалар үҫә илебеҙҙә! Улар - беҙҙең ҡыуаныс, йыуаныс, улар - беҙҙең киләсәк!

Сибай ҡалаһының "Ҡурай" балалар баҡсаһы тәрбиәләнеүсеһе Искәндәр Ҡангилдинға - 4 кенә йәш әлегә, әммә һеҙҙең һушты алыр егет ул күптән
Афарин!

Тәрбиәсеһе: Әмирова Ләйсән Хәдит ҡыҙы.
15.10.2024
Каикбердин Ирхан Раилевич
Группа "Толпар"
Фестиваль "Тропа юного батыра"
семейный онлайн-ФЛЕШМОБ "Герой моей семьи"!

Проект МОО «Вперед, Сибай» Фестиваль «Тропа юного батыра» реализуется на грант Главы Республики Башкортостан при поддержке Фонда грантов Главы Республики Башкортостан.
10.10.2024
С целью расширения представлений у детей о многообразии башкирских музыкальных инструментов, формирования духовно- нравственной личности ребёнка средствами народного искусства, на основе традиционных ценностей национальной культуры по календарному плану продолжаются занятия "Йәш сәсән" в рамках реализации проекта Фестиваль "Тропа юного батыра".
Сегодня в нашем детском саду выступил фольклорный ансамбль кубызистов "Яугуль" (руководитель заслуженный работник культуры РБ Д.М.Рафикова) .Мероприятие прошло в преддверии знаменательной даты в календаре башкирской истории, а именно – Дня Республики Башкортостан. Речь шла о богатом многообразии культурного мира Башкортостана, в частности, о национальном музыкальном инструменте башкир – кубызе.
Дилара Мухутдиновна познакомила детей с легендой, повествующей историю происхождения кубыза, рассказала о самом инструменте, его разновидностях и принципах игры на нём. Ребята узнали, что неповторимый звук кубыза рождается при помощи особых пощипывающих движений пальцами. Мероприятие сопровождалось музыкальными играми, танцами под мелодию кубыза. Дети в знак благодарности спели песню и подарили подарки сделанные своими руками.
Выражаем особую благодарность коллективу ансамбля «Яугуль» ( Директор ЦНКД г. Сибай Л.Р. Аллабердина) за приобщение детей к культуре и традициям, знакомство с народным творчеством башкир.
Проект МОО "Вперед, Сибай" Фестиваль "Тропа юного батыра" реализуется на грант Главы Республики Башкортостан при поддержке Фонда грантов Главы Республики Башкортостан.
9.10.2024


В нашем детском саду проведена акция «Зеленая Башкирия», ставшая уже традиционным экологическим мероприятием в Башкортостане. Ее в очередной раз активно поддержали наши сотрудники, вышедшие в этот день на посадку новых деревьев и субботники по благоустройству.
Надеемся, что все посаженные деревья приживутся, и в скором времени будут радовать нас своей зеленью.
Благодарим сотрудников детского сада, что приняли участие в Осенней акции «Зеленая Башкирия».
30.09.2024


В рамках реализации проекта Фестиваль "Тропа юного батыра" на грант главы Республики Башкортостан в МДОБУ ЦРР детскому саду "Курай" воспитатель Амирова Лейсан Хадитовна провела занятие на тему "По средам батыров".
Детей ознакомила с башкирским потомственным тарханом, батыром и старшиной бурзянской волости Алдаром Исекеевом.
Показали фильм, слушали песни про Алдара батыра, познакомились с книгами о батыре. В конце занятия в виде игры воспитанники закрепили знания о батырах.

 Проект реализуется при поддержке Фонда грантов Главы Республики Башкортостан.
19.09.2024


С целью ознакомления детей с культурой и традициями башкирского народа и развития интереса к народным играм, педагоги ознакомили детей дошкольного возраста с башкирскоми народными играми в рамках реализации проекта Фестиваль "Тропа юного батыра" на грант Главы Республики Башкортостан.

 Проект реализуется при поддержке Фонда грантов Главы Республики Башкортостан.
17.09.2024


Каждое поколение мечтает о благодарных потомках, мы заботимся о том, чтобы наши дети знали и уважали историю своего Отечества, ценили свои корни и хранили память о национальных героях Родины, их подвигах.
В рамках реализации проекта МОО "Вперёд Сибай" при поддержке фонда Главы Республики Башкортостан 120 воспитанников МДОБУ ЦРР д/с "Курай" посетили историко-краеведческий музей города. Организованная работниками музея выставка "Салават-батыр навеки" произвела впечатление на детей дошкольного возраста. Образ Салавата Юлаева, башкирского поэта, национального героя Республики Башкортостан был представлен в разных техниках искусства. Так же экскурсия по музею оставила след в памяти наших малышей. Дети закрепили знания о быте, убранстве домов башкирского народа, обитателях лесов и неба своей малой Родины. В ходе экскурсии отдельное внимание было уделено героям СВО нашего города, чьи фотографии бережно хранятся в музее. Подвиги героев нашего города, национальных героев останутся жить вечно, а потомки будут чтить их память.

 Проект Фестиваль "Тропа юного батыра" реализуется при поддержке фонда Главы Республики Башкортостан .
15.09.2024


Бөгөн Башҡортостанда иң сағыу байрамдарҙың береһе – Милли кейем көнө билдәләнә. Республикала был күркәм сара дүрт йыл элек ойошторола башланы һәм бар милләттәрҙең дә оло шатлыҡ, күтәренке кәйеф менән көтөп алған көнөнә әйләнде.
Иң сағыу һәм матур байрамдарҙың береһе төбәктә йәшәгән халыҡтарҙың йолаларына һәм мәҙәниәтенә иғтибар итергә мөмкинлек бирә.
Ә Башҡортостанда 160-тан ашыу вәкиле йәшәй. Һәр халыҡтың үҙенең тарихы, мәҙәни үҙенсәлеге бар һәм улар мтлли кейемдә сағылыш тапҡан. Уны халыҡ йолалары, ғөрөф-ғәҙәттәре кеүек һаҡлар кәрәк.
13.09.2024


Хотите, чтобы последний месяц лета подарил вам яркие впечатления и приятные воспоминания? Тогда праздник День арбуза - для Вас! Воспитанники детского сада "Курай" вместе с педагогами решили провести День арбуза. А как? Праздник - то достаточно необычный. Но и место проведения – детский сад! А здесь всегда происходит что-то интересное и яркое. Героем дня стала большая и сладкая ягода, которая созревает на бахчах в самый разгар лета. Музыкальные руководители Расулева Л.Н. и Ахмедьянова А.Р. погрузили детей в удивительную «арбузную» атмосферу. Ребята отгадывали загадки, играли в игры, придумывали хвалебные слова арбузу. Во время прогулки продолжили погружаться в тему дня и участвовали в арбузных играх. Ребята получили настоящий заряд бодрости и веселья!
5.08.2024

Сегодня сотрудники детского сада "Курай" вышли на традиционный экологический субботник по благоустройству прилегающей и закрепленной территории.
19.06.2024

27 мая состоялся итоговый педагогический совет, на котором были подведены итоги работы ДОУ за 2023–2024 учебный год. Открыла педсовет и поздравила коллектив с успешным завершением учебного года заведующий Аргимбаева Алсу Фаниловна. Старший воспитатель Валеева Нурия Зиннуровна подвела итоги методической работы, сообщила о выполнении годового плана в полной мере. Ещё одним значимым вопросом на педагогическом совете стало обсуждение и утверждение плана летней оздоровительной работы. Воспитатели и специалисты подготовили и представили отчеты о проделанной работе за учебный год. Совместно был принят проект решения педагогического совета. Педсовет прошел очень продуктивно, насыщенно и содержательно. В заключительной части педсовета Алсу Фаниловна объявила педагогам благодарность за профессиональные достижения за этот год. Поздравляем коллег с окончанием учебного года, желаем всем творческого вдохновения и успехов!
31.05.2024

Педагогтарҙың даими рәүештә үҙ өҫтөңдә эшләү, ижади эҙләнеүҙәр, алдынғы педагогик тәжрибәне өйрәнеү – заман талабы. Шуларға эйә булмайынса, һөҙөмтәле эш, матур күрһәткестәргә өлгәшеү мөмкин түгелдер. Бер туҡтауһыҙ эҙләнеү, яңылыҡҡа ынтылыу, тәжрибә уртаҡлашыу – “Ҡурай” балалар баҡсаһы тәрбиәселәренә хас сифат.
Башҡорт төркөмдәренең ҡала методик берекмәһе планына ярашлы уртансылар төркөмө тәрбиәсе Әмирова Ләйсән Хәдит ҡыҙы ла уҡыу йылын йомғаҡлап, ҡалабыҙҙың башҡорт төркөмдәре тәрбиәселәренә ойошторолған белем биреү эшмәкәрлеге һәм мастер- класс күрһәтеп үҙенең эш тәжрибәһе менән уртаҡлашты. Ойошторолған сара бик һөҙөмтәле һәм файҙалы үтте. Һәр педагог үҙенә кәрәкле мәғлүмәт алып, тәжрибә уртаҡлашып, үҙ-ара аралашып, фекер алышып, яҡшы тәьҫораттар менән ҡайтҡандарҙыр тип ышанабыҙ.
30.05.2024

Коллектив и родители детского сада «Курай» приняли активное участие в шестом Всероссийском Инвест-сабантуе "Зауралье - 2024".
Сотрудниками и родителями детского сада была организована выставка русской, башкирской, татарской, казахской , узбекской национальной кухни. Участники представили гостям города самые разнообразные блюда на любой вкус, педагоги постарались привлечь зрителей и гостей праздника, запахом ароматной выпечки и красиво украшенных блюд.
Благодарим всех педагогов и родителей за активное участие!
30.05.2024

18 мая сотрудники нашего детского сада приняли участие на общегородском экологическом субботнике в парке «Терра Зауралье». Призываем ценить и уважать труд всех, кто внес свой вклад в чистоту нашего города, ведь важно не только навести порядок, но и сохранить его!
20.05.2024

Бөйөк ватан һуғышы - оло тарихи ваҡиға. Тарихлы халыҡ- бәхетле халыҡ. Ул тарихи үткәнен һаҡлаусы, ирек, бәхет өсөн көрәшеүсе улдарын ололауы, онотмауы менән бәхетле.
Беҙҙең балалар баҡсаһында балаларҙа әхлаҡи-патриотик сифаттар һәм тыуған иле өсөн ғорурлыҡ тойғолары тәрбиәләү маҡсатында «Еңеү Көнө» тематик аҙналығы сиктәрендә саралар уҙҙы.
"Ҡурай" төркөмө кескәйҙәренә Еңеү көнөнөң тарихын, ни өсөн беҙ уға шул тиклем изге ҡарауыбыҙҙы, ни өсөн был шатлыҡлы байрам көнө күҙҙәребеҙгә йәш тулғанын, ни өсөн уны оноторға ярамауын аңлаттыҡ. Төрлө уйындар, йырҙар, бейеүҙәр, сағыу поделкалар байрамыбыҙға тағы ла күңелле төҫ өҫтәне.
Етеп килгән Еңеү көнө айҡанлы ҡотлайбыҙ! Илебеҙҙең ысын патриоттары булайыҡ. Күгебеҙ аяҙ, үҙебеҙ һау, имен тормошта йәшәйек!
8.05.2024

"Ҡурай" төркөмө кескәйҙәре "Еңеү тәҙрәһе" акцияһына ҡушылалар.
8.05.2024

"Ҡурай" төркөмө тәрбиәнеүселәре "Һалдатҡа хат" акцияһында ҡатнаштылар.
7.05.2024

“Ҡурай” балалар баҡсаһы коллективы "Башҡорт теленән халыҡ-ара диктант -2024" акцияһына әүҙем ҡушылды. Халыҡ-ара белем биреү акцияһы Башҡортостанда, Рәсәй төбәктәрендә һәм сит илдәрҙә тел мәҙәниәтен күтәреү, башҡорт телен танытыу һәм популярлаштырыу өсөн үткәрелә. Быйылғы йылда текстар патриотизмға, йәштәргә, ғаилә ҡиммәттәренә һәм йолаларына арналды.
2.05.2024

Бөгөн, 19 апрель - Милли кейем көнө.
Һәр халыҡтың тарихи һәм мәҙәни үҙенсәлеге милли кейемдә сағылыш тапҡан.
Башҡортостан Республикаһы халыҡтарының Милли кейем көнөн йылына ике тапҡыр — апрелдең өсөнсө йомаһында һәм сентябрҙең икенсе йомаһында билдәләйҙәр. Байрамға 2020 йылда нигеҙ һалынды.
Иң сағыу һәм матур байрамдарҙың береһе төбәктә йәшәгән халыҡтарҙың йолаларына һәм мәҙәниәтенә иғтибар итергә мөмкинлек бирә.
"Ҡурай" балалар баҡсаһының "Ҡурай" төркөмө кескәйҙәре менән байрамдан ситтә ҡалманыҡ. Балалар бөтәһе лә милли кейемдәрҙә, йә булмаһа , милли биҙәүестәрҙә балалар баҡсаһына килделәр. Байрам көнөбөҙ күңелле, фәһемле, ҡыҙыҡлы үтте. Кескәйҙәрҙе милли кейемдәр, биҙәүестәр менән яҡындан таныштырҙыҡ, уйындар уйнаныҡ, шулай уҡ, ҡыҙҙар түшелдерек, малайҙар ситек төшөрөп сағыу итеп биҙәп ҡуйҙылар.
Башҡорт милли кейемдәрен быуындан быуынға күсереп, һаҡлап уның ҡәҙерен белер кәрәк. Улар бит беҙҙең хазинабыҙ.
19.04.2024

Космонавтика көнө 12 апрелдә билдәләп үтелә торған иҫтәлекле дата.
"Ҡурай" балалар баҡсаһында был байрам "Космос" көнө кеүек уҙа. Космос, космонавтар, йондоҙҙар, планеталар тураһында мәғлүмәттәр менән белемдәрен байыталар. Балалар төрлө һүрәттәр төшөрәләр, буяйҙар.
Космонавтика көнө йөкмәткеле һәм мауыҡтырғыс үтте.
12.04.2024

МӨҒЖИЗӘЛЕ ЙЫҺАН КИҢЛЕГЕ
Беҙҙең балалар баҡсаһында был аҙна темаһы йыһан донъяһына арналды. Беҙ балалар менән ошо темаға ҡыҙыҡлы әңгәмәләр ҡорҙоҡ, мауыҡтырғыс уйындар уйнаныҡ, һүрәттәр төшөрҙөк, йыһан караптары әүәләнек, төрлө төҙөү ҡоралмаларынан йыһан станциялары төҙөп ҡараныҡ.
Балалар өсөн йыһан киңлеге серҙәрен өйрәнеү ҡыҙыҡлы һәм мауыҡтырғыс. "Ҡурай" төркөмө кескәйҙәре Космонавтика көнөнә арнап ата-сәләр менән берлектә үҙенсәлекле, матур ҡул эштәре эшләп алып килделәр. Ата-әсәйҙәргә һәм балаларға афарин тип кенә әйтәһе ҡала! Гел шулай әүҙем булығыҙ.
12.04.2024

Весна не за горами!
И вот она пришла
Мы птиц весною ждали
Ура! Ура! Ура!
Скворечники готовы
Летите, к нам, друзья,
С любовью вас встречают
Родимые края!
Скворечники готовы
Летите, к нам, друзья,
С любовью вас встречают
Родимые края!
5.04.2024

В рамках реализации годового плана ДОУ, с целью развития профессиональных компетенций, повышения профессионального уровня молодых воспитателей в нашем детском саду с 25 по 29 марта 2024 года прошли открытые занятия образовательной деятельности.
Все педагоги творчески подошли к выбору тематики и составлению конспектов своих занятий, подбору и изготовлению необходимых пособий и атрибутов, продемонстрировали умение пользоваться техническими средствами. Педагоги использовали разнообразные формы организации воспитанников, старались охватить своим вниманием всех детей, показали владение многообразием методов и приёмов работы с детьми. С большим желанием воспитанники участвовали в коллективной, в том числе, творческой деятельности.
Воспитатели группы раннего возраста «Шишмакай» Иштанова Б.А. и «Бал корттары » Исламбаева Р.А. провели занятия в игровой форме по познавательному развитию. Деятельность была организована для малышей очень интересно и увлекательно. В средней группе «Курай» воспитатель Амирова Л.Х., продемонстрировала занятие по формированию элементарных математических представлений. Ишбулатова Г.В., в группе «Беркут » провела образовательную деятельность по развитию речи. В ходе занятия дети показали знания о различных профессиях, составляли рассказы по схеме «Моя любимая профессия». Бигильдина Ю. И., организовала занятие в средней группе «Курай» по познавательно-исследовательской деятельности, где дети с удовольствием отправились в захватывающее путешествие по математическим островам, исследуя различные предметы, решая задачки и раскрывая тайны. Они смело шли вперед к цели, демонстрируя свою настойчивость и сообразительность. А на последнем острове дети, нашли своё сладкое сокровище. На занятии в подготовительной группе «Толпар» (воспитатель Ураковой Г.А.,) педагоги имели возможность увидеть не только работу по формированию элементарных математических представлений, но и по развитию логического мышления у дошкольников. В старшей группе «Йондоззар» Янбекова М.А познакомила детей с нетрадиционной техникой «графит», а педагог Муратова Л.А. провела в группе компенсирующей направленности для детей с ЗПР ФЭМП с использованием палочек Кюзинера.
Вся образовательная деятельность проходила в игровой форме, соответствующей возрасту детей. Все дети постарше и самые маленькие с удовольствием включались в игровой сюжет или ситуацию созданную воспитателями , и с особым детским старанием добивались необходимых результатов, а педагоги грамотно и незаметно направляли деятельность детей в нужное русло. Интерес к деятельности у детей сохранялся на протяжении всего времени, этому способствовали разнообразные методические приемы, используемые воспитателями. Открытые занятия образовательной деятельности играют важную роль в системе повышения квалификации педагогов и в образовательном процессе в целом. Они позволяют увидеть, как работают педагоги, используя ИКТ, современные методы и технологии, педагогический опыт.
3.04.2024

Бөгөн – Халыҡ-ара көлкө көнө
Күп илдәрҙә был көндә көлөү, шаярыу, дуҫтарса алдашыу көнөн билдәләп уҙғаралар. Уның барлыҡҡа килеүен бер кем дә теүәл генә әйтә алмай. Беҙҙең илдә был көн шаяртыу, ҡыҙыҡ хәлдәр һәм күңелле уйындар менән үтә.
Һеҙҙе Көлкө көнө менән ҡотлайбыҙ! Гел шаярып, йылмайып, көлөп кенә йәшәйек! Көлөү бит ғүмерҙе оҙонайта.
1.04.2024

Беҙ кескәйҙәр менән ата-әсәләр өсөн "Театр уйнайбыҙ" тигән папка-йәймә эшләнек.
Театр - бала өсөн бик файҙалы йүнәлеш. Кескәйҙәр бик шаян, тиктормаҫ һәм ҡыҙыҡһыныусан була. Уларҙы бер урынға ултыртып ҡуйырмын, тимә. Бигерәк тә уларҙың телмәрен үҫтереү буйынса.Шулай уҡ бер-береһе менән аралашыу сифаттарын үҫтереү,әхлаҡи тәрбиә биреү,телмәрҙең диалогик һәм монологик үҫешен тәрбиәләүҙә театр эшмәкәрлегенең файҙаһы бик ҙур.
29.03.2024

"Ҡурай" балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе Әмирова Ләйсән Хәдит ҡыҙы.
17.04.2023

2023 йылдың 17 мартында “Тейенкәй” балалар баҡсаһында йәш педагогтар һәм уларҙың остаздары өсөн “Инновациялар һәм технологиялар: йәмғиәт, хоҡуҡ, мәғариф” темаһына фәнни – ғәмәли конференция булып үтте. Конференцияла иғтибарға лайыҡ күп төрлө һорауҙар ҡаралды:
- Педагогтарҙы профессиональ һәм шәхси үҫеш процесына йәлеп итеү аша йәш белгестәрҙең һөнәри хәрәкәтен үҫтереү;
- Педагогтың һөнәри компетенцияһын күтәреү факторы булараҡ конкурс хәрәкәте,
- Мәктәпкәсә белем биреү сифатына мониторинг ойоштороу һәм үткәреү үҙенсәлектәре.
Сибай ҡалаһы мәғариф идаралығының методисы Йәнбаева Лилиә Шаһыбал ҡыҙы “Мәктәпкәсә белем биреү системаһына заман талаптары” темаһына сығыш яһап конференцияның рәсми өлөшөнә йомғаҡ яһаны.
Конференция аҙағында йәш педагогтарға һәм остаздарға “Педагог- оҫта”, “Педагог- остаз”, “Педагог- эҙләнеүсе” дәрәжәһен белдереүсе сертификаттар тапшырылды. “Ҡурай” балалар баҡсаһынан Рәсүлева Ләйсән Нуриман ҡыҙы “Педагог- оҫта”, ә йәш педагог Әмирова Ләйсән Хәдит ҡыҙы “Педагог- эҙләнеүсе” исеменә лайыҡ булдылар! Һеҙгә ныҡлы һаулыҡ, ғаилә бәхете, изге эшегеҙҙә уңыштар, яулайһы үрҙәр, тырыш балалар теләйбеҙ!
19.03.2023

Халыҡ мәҙәниәте һәм ял үҙәгендә "Йөрәктән -йөрәккә" тип исемләнгән IV ҡала шиғри конкурсы тамамланды һәм еңеүселәрҙе бүләкләү тантанаһы булып үтте. Быйыл конкурс Рухи мираҫ йылына арналды һәм унда төрлө тарафтарҙан 103 кеше ҡатнашты. . Беҙҙең “Ҡурай” балалар баҡсаһы тәрбиәселәре лә был саранан ситтә ҡалманылар.Байтимирова Резеда Юлай ҡыҙы “Тере хәтер” номинацияһында еңһә, Әмирова Ләйсән Хәдит ҡыҙы Сибай ҡалаһы башҡорттары ҡоролтайынан маҡтау ҡағыҙы менән бүләкләнде, ә Ҡәйепҡолова Зөлфиә Ғәлләм ҡыҙы ҡатнашыу дипломына дәғеүә итте. Афарин, коллегалар!
24.11.2022

Әкиәт- халыҡ ижадының бик боронғо һәм киң таралған жанры. Ул ололарҙан ҡалған "аҡыллы һүҙ" тигәнде аңлата.
"Шишмәкәй" кескәйҙәр төркөмө "Шалҡан" әкиәтен сәхнәләштерҙеләр. Театрлаштырылған эшмәкәрлек балалар баҡсаһында кескәйҙәр тормошона төрлөлөк индереп кенә ҡалмай, уларға шатлыҡ һәм ҡыуаныс бүләк итә.

Тәрбиәселәре: Иштанова Бибинур Айҙар ҡыҙы
Әмирова Ләйсән Хәдит ҡыҙы.
27.08.2022

2024 йыл Рәсәйҙә "Ғаилә йылы" тип иғлан ителде. Был иһә ғаилә ҡиммәттәрен яҡлауға һәм үҫтереүгә, ғаилә институтын нығытыуға һәм уның йәмғиәттәге әһәмиәтен күтәреүгә айырыуса иғтибар бүленә тигән һүҙ.
Беҙ ҙә, “Ҡурай” балалар баҡсаһы тәрбиселәре балаларҙы һәр яҡлап үҫтерер өсөн ата-әсәләр менән тығыҙ бәйләнештәбеҙ. Ғаилә эсендәге мөнәсәббәттәр йылы булһа, баланың да үҫеше тик ыңғай яҡҡа барасаҡ. 1 февраль көнө беҙҙең “Ҡурай” төркөмөндә ата-әсәләр йыйылышы ғаилә ҡиммәтәре тураһында әңгәмә менән башланып китте. Артабан йыйылыш “Квест-уйын” формаһында уҙғарылды. Ата-әсәләргә уйын барышында белем биреү өлкәләре буйлап сәйәхәткә сығырға тәҡдим иттек, был ата-әсәйҙәргә балаларының балалар баҡсаһында белем биреү эшмәкәрлеген тойорға мөмкинлек бирҙе. Уйын бик күңелле, ҡыҙыу барҙы. Ата-әсәйҙәр ихлас күңелдән һәр һынауҙарҙы лайыҡлы үтәнеләр. Тасуири шиғыр һөйләнеләр, конструкторҙан ҡарышлауыҡ төҙөнөләр, ҡырҡылған өлөштәрҙе йыйып, килеп сыҡҡан һүрәткә исем ҡуштылар, әкиәттәр ҙә ҡуйҙылар, шулай уҡ, ярыш араһында ял минуты лә үткәрелде. “Етеҙҙәр” һәм “Йылмайликтар” командалары икеһе лә дуҫлыҡ менән еңеү яуланылар.
Ата-әсәләрҙе уйындан һуң урта төркөм балаларының мониторинг йомғаҡтары менән таныштырып, үҙебеҙгә киләсәккә балаларҙың белемдәрен бергәләшеп тағы ла үҫтерергә тигән маҡсаттар ҡуйҙыҡ. Шулай уҡ, терроризм хаҡында буклеттар таратып бирелде.
5.02.2024

This site was made on Tilda — a website builder that helps to create a website without any code
Create a website