Хәрәкәтле уйындар.«Ҡояш менән ямғыр»Маҡсат: балаларҙы үҙ урынын табырға өйрәтеү,тәрбиәсенең сигналы буйынса хәрәкәт итергә өйрәтеү.
Уйын башы:
Балалар ултыргыстарҙа («өйҙәрендә») ултыралар.
Тәрбиәсе : «Тышта йылы, уйнарға сығығыҙ!» - тип әйткәндән һуң балалар зал буйлап йоройҙәр.
Тәрбиәсе : “Ямғыр яуа, ҡайтығыҙ!” – тип әйтһә, туйнаусылар үҙ урындарын табып ултыралар. Уйын 3-4 тапҡыр ҡабатлана.
« Шар »Маҡсат: балаларға түңәрәктә торорға өйрәтеү.
Уйын башы:
Тәрбиәсе балалар менән бергә ҡулға-ҡул тотоношоп, түңәрәк яһап: «Шар өрөл, ҙур иеп өрөл!» тип әйтә. Балалар тотоношоп артҡа атлайҙар, тәрбиәсе: «Шар шартланы!» тип әйтһә, уйнаусылар ҡулдарын ебәрәләр, сәпәкәй һуғалар (1 тапҡыр) һәм түңәрәктең уртаһына барып «Ш-ш-ш» өнөн әйтәләр. Уын 3-4 тапҡыр ҡабатлана.
«Турғайҙар һәм автомобилдәр" Маҡсат: балалар йүгереп төрлө йүнәлештә күнегеп үҫкәнлектән, тотҡарлай алмаҫ бер хәрәкәт башлау һәм тәрбиәсенең сигналы буйынса уны үҙгәртеү, үҙ урынын табыу.
Уйын барышы:
Бала – « турғай » эскәмйәлә – « оя ». Тәрбиәселәр –
« автомобилдәр ». Тәрбиәсенең : « Остоҡ, турғайҙар, юлға!» - тигән һүҙҙәренән һуң, балалар майҙансыҡ буйлап ҡош булып осалар. Тәрбиәсенең сигнал буйынса : « Автомобилдәр килә, осоғоҙ ояғыҙға!» - « автомобилдәр »
« гараждарынан » сығып китәләр, ә « турғайҙар » үҙ
« ояларына » (эскәмйәгә) ултырырға теештәр.
« Автомобилдәр» кире « гараждарына » ҡайталар.
“Паровоздар”Маҡсат: балаларҙы төрлө хәрәкәт тиҙлегендә, йүнәлешен үҫтереп, предметтарҙы күрһәтеп хәрәкәт итергә өйрәтеү, өндәрҙең әйтелешен иҫкә төшөрөү.
Уйын барышы:
Балалар -“вагончик”, тәрбиәсе -“паровоз”. Балалар тәрбиәсенең артынан теҙелеп торалар. “Паровоз” барған юлда төрлө туҡталыштар буласаҡ.
Тәрбиәсе: “Чух-чух-чух, ту-тууу!” тип паровоз хымаҡ атлай башлай, балалар артынан ҡабатлайҙар. “Килеп еттек! Ш-ш-ш! Был туҡталышта ҡуяндар йәшәй, әйҙәгеҙ ҡуяндар һымаҡ һикерәйәк әле.”
Тәрбиәсе кире паровзға ултырырға саҡыра. Уйын дауам ителә. Туҡталыштар- айыу, бүре һ.б.
“Балыҡтар һәм акулалар”Маҡсат: балаларҙың йүгереү тиҙлеген үҫтереү, арауыҡта йүнәлеште билдәләргә өйәтеү.
Уйын барышы:
Бала- “балыҡ”. Тәрбиәсенең : “Акула!”- тигән сигналы буйынса, бала йәшенеп, “йоҙөп” ҡаса.
“Кем тиҙерәк йыя ?”Маҡсат: йәшелсә һәм емеш-еләктәрҙе дөрөҫ төркөмләргә өйрәтеү, тиҙлекте, хәрәкәтсәнлекте үҫтереү.
Уйын барышы:
Балалар ике командаға бүленә. Ерҙә (иҙәндә) йәшелсә, емеш-еләктәрҙен муляжы ята һәм ике кәрзин тора. Тәрбиәсенең командаһы буйынса балалар үҙенең кәрзиненә йәшелсә һәм емеш-еләктәрҙе йыйа башлайҙар. Кем беренсе йыйып, кәрзинен өҫкә күтәрә шул еңеүсе тип һанала.
“Аҡ ҡалас”Маҡсат: балаларҙы түңәрәтә торорға өйрәтеү; тыуған көндәрҙә хәрәкәттәр менән уйнала.
Уйын барышы:
Зәлиәнең тыуған көнөнә
Беҙ бешерҙек аҡ ҡалас:
Бына шундай бейек ул!
Бына шундай тәпәшәк!
Бына шундай киңлектә!
Бына шулай тарлыҡта!
Аҡ ҡалас, аҡ ҡалас,
Теләгәнеңде алып ҡас!
“Төлкө һәм тауыҡтар”Маҡсат: балаларҙың хәрәкәттәрендә отҡорлоҡто һәм етеҙлекте үҫтереү.
Уйын барышы: балалар араһынан “төлкө”, “әтәс” һайлап алына. Ҡалғандары “тауыҡтар” булалар. Төлкө бер ситкә китеп уҙенә оя билдәләй. Тауыҡтарҙың скәмйә артында һарайҙары була һәм шунда урынлашалар. Шул ваҡыт әтәс ҡысҡырып ебәрә, тауыҡтар уянып һарайҙан сығалар. Әтәс тауышына уянып үҙ ояһында йоҡлап ятҡан төлкө тауыҡтарға һөжүм итә башлай. Әтәс, үҙ сиратында, тауыҡтарҙы һарайға саҡыра, ә үҙе төлкө менән көрәшкә сыға. Әгәр төлкө тауыҡты тотһа, ул тауыҡ төлкөгә әйләнә, төлкө иһә тауыҡ була. Тауыҡ тотолған һайын, яңы әтәс билдәләнә. Төлкө булмайынса ҡалған тауыҡ еңеүсе тип һанала.
“Айыу бүре юҡ икән”Маҡсат: хәрәкәтлекте уҫтереү.
Материал: ҙур айыу уйынсығы.
Уйын барышы:
Балалар ялан (төркөм) буйлап еләк йыйып йөрөйҙәр. Тәрбиәсе шиғыр уҡый:
Еләк йыйям, ҡаҡ ҡоям
Әсәйемә бүләккә.
Бында еләк күп икән,
Айыу-бүре юҡ икән.
Шул ваҡытта “ҡыуаҡ” аҫтынан айыу килеп сыға (йомшаҡ уйынсыҡ) һәм балаларҙы баҫтыра башлай. Балалар өйҙәренә ҡасалар (ултырғыстарға ултыралар). Кемде айыу тотоп ала, шул бала айыу була. Уйын 3-4 тапҡыр ҡабатлана.
“Флагка кем тиҙерәк барып етә”Маҡсат: балаларҙың иғтибарын үҫтереү,төҫтәрҙе айырырға өйрәтеү, сигнал буйынса хәрәкэт итергэ өйрәтеү.
Уйын барышы:
Балалар ике төҫтәге флагтар алалар- береһе йәшел, икенсеһе ҡыҙыл. Шулай уҡ тәрбиәсе бер ҡулына йәшел, бер ҡулына ҡыҙыл флаг тота һәм майҙансыҡтың икенсе яғына барып тора. “ Бер, ике, өс- бында тиҙерәк йүгерегеҙ!” тигән һүҙҙәрҙән һуң, балалар уҙ төҫөнә йүгерәләр. Ҡайһы яҡ тиҙерәк йыйыла- шулар еңеүсе була.