Мәктәпкә әҙерлек төркөмө
Маҡсат: Ҡышлаусы һәм күсер ҡоштар тураһындағы балаларҙың белемдәрен дөйөмләштереү аша һүҙлек запасы киңәйтеү һәм активлаштырыу.
Бурыстар:Белем биреү бурыстары:-Ҡышлаусы һәм күсер ҡоштар тураһында балаларҙың актив һүҙлек запасын байытыу;
-Ҡышлаусы һәм күсер ҡоштар тураһында балаларҙың күҙаллауҙарын үҫтереү;
-Проблемалы һорауҙар аша балаларҙың телмәрен активлаштырыу;
-Ҡоштарҙы тышҡы ҡиәфәте менән сағыштырыу аша ярҙамсы һүҙҙәр ҡулланып һөйләмдәр төҙөргә күнектереү;
Үҫтереүсе бурыстар:-Хәтер, иғтибар, күреп ҡабул итеү, фекерләү процестары үҫтереү;
-Интеллект – карталар ярҙамында бәйләнешле телмәр үҫтереү;
-Телтөҙәткестәр аша ауыр әйтелешле өндәрҙетаҙа һәм аныҡ әйтергә булышлыҡ итеү.
Тәрбиәүи бурыстар:-Инициативалылыҡ, үҙаллылыҡ һәм изгелекле һыҙаттары тәрбиәләү;
-Уратып алған тәбиғәткә, ҡоштарға ҡарата һаҡсыл ҡараш тәрбиәләү.
Йыһазландырыу: ҡоштар тураһында ҡырҡылған һүрәттәр, юл күрһәтеүсе конверттар, ҡауырһын, мультимедиа проекторы, ноутбук, ҡоштар тауышы менән аудиояҙма, интеллект картаһы төҙөү панно, күсер һәм ҡышлаусы ҡоштар тураһында карточкалар, ағас һүрәте төшөрөлгән панно, турғайҙар һүрәттәре, ҡумта эсендә тағараҡ.
Һүҙлек эше: ҡауырый, күсер, ҡышлаусы, ялпаҡ, тәпәйҙәр, шыҡырлай, ҡауҙы.
Эшмәкәрлек барышы
Тәрбиәсе музыка залында балаларҙы ҡаршы ала. Тәрбиәсе:
Һаумыһығыҙ, балалар! Һеҙ ҡалай бөгөн нидәй матурҙар, көләстәр, уңғандар! Һеҙ миңә бик оҡшайһығыҙ. Әйҙәгеҙ танышып үтәйек.
Психогимнастика “Танышыу” Бөгөн мин һеҙгә бик ҡыҙыҡлы, фәһемле уйындар алып килдем. Һеҙ минең менән уйнарға әҙерһегеҙме? (
яуаптар). Әйҙәгеҙ ярым түңәрәк яһап торайыҡ. Экранға иғтибар итегеҙ әле.
Экранда ҡоштар осҡанды һүрәтләүсе видоеөҙөк. Ҡоштар тауышы сыға.Тәрбиәсе:
-Балалар, экранда һеҙ нимә күрәһегеҙ?
(ҡоштар осалар)-
Улар ҡайҙа осалар икән? (йылы яҡтарға)-Бөтә ҡоштар ҙа йылы яҡҡа осалармы?
(балаларҙың яуаптары)
-Йылы яҡтарға осоп киткән ҡоштарҙы нисек атайбыҙ?
(күсер ҡоштар)-Беҙҙең яҡта ҡалған ҡоштар нисек атала?
(ҡышлаусы ҡоштар)
Экранда турғай күренә. -Балалар, беҙгә ниндәй ҡош килгән, ҡарағыҙ әле.
(балалар экранға ҡарайҙар)Балалар
: ҡарабаш турғайТәрбиәсе: Ҡарабаш турғай нимәлер әйтергә теләй. Тыңлайыҡ әле.
Турғай тауышы: Һаумыһығыҙ, балалар! Мин ҡарабаш турғай. Көҙ етеү менән беҙгә аҙыҡ табыу ауырлаша. Беҙ һеҙҙән ярҙам һорайбыҙ.
Тәрбиәсе: Балалар, беҙ ҡоштарға нисек ярҙам итә алабыҙ?
Балалар: Тағараҡтар эшләйбеҙ.Ем һалабыҙ.
Тәрбиәсе: Ҡоштарға ярҙам итер өсөн мин һеҙгә квест уйыны тәҡдим итәм. Уйындың ҡағиҙәһе былай: һәр үтәлгән эш өсөн артабан юл күрһәтеүсе конверт аласаҡбыҙ. Мин һеҙҙе өҫтәлдәр артына саҡырам. Һеҙҙең алдығыҙҙа тылсымлы конверттар ята. Уның эсендә ҡырҡылған һүрәттәр. Ҡырҡылған өлөштәрҙән ҡоштар һүрәтен йыйырға кәрәк. Әгәр ҙә дөрөҫ йыйһағыҙ, ҡоштар һайрауын ишетерһегеҙ. Кем алдан эшләп бөтә, иптәштәрегеҙгә ярҙам итегеҙ.
Уйын “Ҡырҡылған һүрәтте йый”Тәрбиәсе: Афарин, ниндәй уңған, тырыш балалар йылылған бында. Сеү, тыңлағыҙ әле (
балаларҙың иғтибарын тауышҡа йүнәлтә).
Ҡошт тауышы ишетелә. Ҡарға тауышы сыға. Ҡоштар тауышын айырыу (2 ҡош – ҡарға, һайыҫҡан) -Балалар, ниндәй ҡоштоң тауышын ишеттегеҙ?
-Ҡарға. Кем ҡарға һүрәтен йыйҙы? (балалар ҡул күтәрәләр)
-Ҡарға тураһында телтөҙәткес әйтеп үтәйек.Тәүҙә мин әйтәм, аҙаҡ бергә ҡабатларбыҙ.
Ға – ға – ға, ҡарға барған ҡарғаға Ға – ға – ға, ҡарғаларын ҡарарға.Тәрбиәсе: Балалар, иғтибар итегеҙ әле. Тағы ниндәй ҡоштоң тауышы сыға?
Балалар: Һайыҫҡан шыҡырлай.
Тәрбиәсе:Кемдә һайыҫҡан һүрәте ҡул күтәрегеҙ (балалар ҡул күтәрә).
Ә хәҙер һайыҫҡан тураһында телтөҙәткес тыңлағыҙ әле.
Шыҡыр – шыҡыр һайыҫҡан, аяҡтары тайышҡан.Әйҙәгеҙ бергәләп ҡабатлайыҡ.
Тәрбиәсе: Балалар кемдә кәкүк һүрәте, ҡул күтәрегеҙ. Ә кемдә күгәрсен һүрәте? Кем өйрәк һүрәтен йыйҙы. Афарин балалар! Һеҙ был эште теүәл үтәнегеҙ. Бик иғтибарлы, уңған балалар булып сыҡтығыҙ.
Ҡарағыҙ әле. Бына беренсе юл күрһәтеүсе конверт (
Ҡоштар һүрәте төшөрөлөгән конверт күрһәтә) Балалар, экран эргәһенә килеп ултырғыстарға урынлашығыҙ (
балаларҙың иғтибарын экранға йүнәлтә).
Тәрбиәсе: Балалар, ҡарағыҙ әле күпме ҡоштар йыйылған. Улар бер – береһенә оҡшағандар ҙа кеүек, бер – береһенән айырылып та торалар. Әйҙәгеҙ әле, беҙ ҡоштарҙың айырмаларын һәм оҡшаш яҡтарын билдәләп үтәйек.
Уйын “Айырмаһын (оҡшалығын)тап”(экранда ҡарға һәм өйрәк һүрәттәре)Тәрбиәсе: Ниндәй ҡоштарҙы күрәһегеҙ? Беренсе һүрәттә – ниндәй ҡош? (
ҡарға)
Икенсе һүрәттә ниндәй ҡошто күрәһегеҙ? (
өйрәк)Иғтибар итегеҙ әле, улар бере – береһенән нимәләре менән айырылалар?
Балаларҙың яҡынса яуаптары: Тәпәйҙәре менән айырылалар. Ҡарғаның тәпәйҙәренең бармаҡтары айырылып тора, ә өйрәктеке ҡушылған. Ҡанаттары төрлө төҫтә.
Тәрбиәсе: Ҡоштарҙың суҡыштарына иғтибар итегеҙ әле. Ҡарғаның суҡышы ниндәй?
Балалар:Ҡарғаның суҡышы осло.
Тәрбиәсе: Афарин, дөрөҫ әйттегеҙ. Ҡарғаның суҡышлы осло. Тимәк ул ниндәй суҡышлы ҡош?
Балалар: Ҡарға осло суҡышлы ҡош.
Тәрбиәсе: Әйҙәгеҙ, ҡабатлап үтәйек. Ҡарға осло суҡышлы ҡош. Афарин , балалар!
Өйрәктең суҡышына иғтибар итегеҙ. Уның суҡышы ниндәй?
Балаларҙың яуаптары: ялпаҡ. (
балалар әйтә алмаһалар, тәрбиәсе ярҙам итә, “ялпаҡ” һүҙен ҡабатлата.)
Тәрбиәсе: Тимәк өйрәк нидәй суҡышлы ҡош?
Балалар: Өйрәк ялпаҡ суҡышлы ҡош.
Тәрбиәсе: Ҡабатлайыҡ. Өйрәк ялпаҡ суҡышлы ҡош.
Тимәк, Ҡарға осло суҡышлы ҡош, ә өйрәк ялпаҡ суҡышлы ҡош (
ҡабатлау)
(
экранда сыйырсыҡ менән һайыҫҡан һүрәттәре )
Тәрбиәсе: Балалар, иғтибар менән ҡарағыҙ һәм ҡоштарҙың айырмаһын билдәләгеҙ.
Балалар: ҡоштарҙың ҡойроҡтары төрлө, ҡанаттары төрлө төҫтә һ.б.
Тәрбиәсе: Һайыҫҡандың ҡанаты ҡара һәм аҡ, ә сыйырсыҡтың – сыбар.
Тәрбиәсе: Һайыҫҡандың ҡойроғо ниндәй?
Балалар: Һайыҫҡандың ҡойроғо оҙон.
Тәрбиәсе : Ә сыйырсыҡтың ҡойроғо ниндәй?
(ҡыҫҡа)Тимәк, сыйырсыҡ ниндәй ҡойроҡло ҡош?
Балалар: Сыйырсыҡ ҡыҫҡа ҡойроҡло ҡош.
Тәрбиәсе: Әйҙәгеҙ, һөйләм төҙөйөк.
Сыйырсыҡ ҡыҫҡа ҡойроҡло ҡош, ә һайыҫҡан оҙон ҡойроҡло ҡош.
Афарин балалар. Бик яҡшы.
(
Экранда торна менән ҡауҙы һүрәте күренә)
Тәрбиәсе: Балалар, ҡарағыҙ. Был ҡоштарҙың атамаһын кем белә?
1-се һүрәттә ниндәй ҡош (
торна)Ә икесе һүрәттә?
(аист)
Балалар башҡортса исемен әйтә алмаһалар, тәбиәсе ярҙам итә, ҡабатлата: ҡауҙы.
Тәрбиәсе: Ҡоштар нимәләре менән бер – береһенә оҡшағандар икән?. Кем әйтә?
Балаларҙың яуаптары: Аяҡтары менән оҡшағандар. Муйындары менән оҡшағандар.
Тәрбиәсе: Торнаның аяҡтары ниндәй? (
оҙон) Ә ҡауҙының ниндәй
? (оҙон). Тимәк, ҡауҙы ниндәй аяҡлы ҡош?
Балаларҙың яуаптары: Ҡауҙы оҙон аяҡлы ҡош.
Ә торна ниндәй аяҡлы ҡош? (
Торна оҙон аяҡлы ҡош)
Әйҙәгеҙ, һөйләм төҙөйөк: Торнаның да, ҡауҙының да аяҡтары оҙон.
Ә хәҙер ҡоштарҙың муйындарына иғтибар итегеҙ. Ҡоштарҙың муйындары ниндәй?
Балалар: оҙон.
Тимәк, ниндәй һөйләм төҙөргә була инде?
Балалар: Торнаның да, ҡауҙының да муйындары оҙон.
Тәрбиәсе: Афарин, балалар. Бик уңған, аҡыллы, иғтибарлы булдығыҙ.
Бына артабан юл күрһәтеүсе конверт. Килегеҙ әле яныма. Был конвертта нимә бар икән?
(конверттан ҡауырый сығара)
.Был нимә балалар? (балаларҙың яуаптары – ҡанат)
Был ҡаурый. Ҡоштарҙың тәндәре ҡаурый менән ҡапланған. (б
алалар “ҡаурый” һүҙен ҡабатлайҙар)
Ә ҡоштарға ҡанат ни өсөн кәрәк
(осор өсөн) (
тәрбиәсе тулы яуап талап итә) Балалар: Ҡоштарға ҡанат осор өсөн кәрәк.
Мин һеҙҙе уйынға саҡырам.
Уйын “Осто, осто ҡоштар осто”Мин күсер ҡошто әйтһәм “осоп” йөрөрһгөҙ, ә ҡышлаусы ҡошто әйтһәм сүкәйеп ултырырһығыҙ.
Балалар уйнайҙар.
Тәрбиәсе: Афарин, балалар ҡоштарҙы яҡшы айыраһығыҙ (
балалар ултырғыстарға ултыралар).
Экранға иғтибар итегеҙ.
(экранда конверт күренә, эсенән карта һүрәте сыға)Тәрбиәсе: Был нимә?
(карта)
Карта ни өсөн кәрәк? Һеҙ нисек уйлайһығыҙ? (
аҙашмаҫ өсөн)
Карта юл күрһәтә. Карталар төрлө була. Сәйәхәтселәргә географик
карталар кәрәк, осоусыларға күк йөҙө картаһы, ә моряҡтарға – диңгеҙ
картаһы кәрәк була.
Мин һеҙгә ҡоштар тураһында һөйләргә ярҙам итеүсе карта төҙөргә тәҡдим итәм. Һеҙ ҡоштар картаһын күргәнегеҙ бармы? Улайһа, әйҙәгеҙ бергәләп ҡоштар картаһын төҙөйөк. Бына ошо ултырғыстарға күсеп ултырығыҙ.
Интеллект картаһы төҙөүИнтеллект картаһын ошо таҡтала төҙөп өйрәнәсәкбеҙ. Карта төҙөү өсөн ике төҫтәге уҡтар һәм карточкалар кәрәк буласаҡ. Картаның уртаһында һеҙ нимә күрәһегеҙ? (ҡояш һәм ҡар һүрәте). Тимәк, беҙ күсер һәм ҡышлаусы ҡоштар тураһында карта төҙөйәсәкбеҙ. Күсер ҡоштарҙы һары уҡтар менән билдәләйек. Ә ҡышлаусы ҡоштарҙы күк уҡтар менән билдәләйек.
Әйҙәгеҙ бергәләп ҡоштарҙы урынлаштырып сығайыҡ. Бының өсөн тәүҙә уҡтар һалабыҙ. Һары уҡты – ҡояш яғына, күк уҡты – ҡар һүрәте яғына.
( ҡар һүрәте төшөрөлгөн яғына – ҡышлаусы ҡоштарҙы, ә ҡояш һүрәте төшөрөлгөн яғына – күсер ҡоштарҙы урынлаштырып сығалар).
Тәрбиәсе: Картаны артабан төҙөп бөтөргә кәрәк.
Тәүҙә мин бер ҡош тураһында төҙөп күрһәтәм. Артабан, һеҙ дауам итерһегеҙ. Килештекме?
Тәрбиәсе
(торна һүрәтен алып): Был ниндәй ҡош? (
торна, күсер ҡош)
Уны панноның ҡайһы еренә ҡуябыҙ (
ҡояш яғына).Тәрбиәсе (ҡош схемаһын алып): Был ҡоштоң тән өлөшө тураһында һөйләргә ярҙам итер. Торнаның башы, осло суҡышы, оҙон муйыны, оҙон аяҡтары, ҡупшы ҡойроғо бар.
Тәрбиәсе: Иҫегеҙгә төшөрөгөҙ, торна нимә менән туҡлана икән?
(балалар ҡыйынһынһа, ярҙамсы һорауҙар бирә)
-Торна ҡайҙа йәшәй? Күл, йылға буйҙарында? Тимәк, ул нимә ашай инде?
(торна балыҡ ашай)
Балыҡ һүрәтен ҡош эргәһенә урынлаштыра. Бик яҡшы балалар. Артабан дауам итәйек.
-Торна ҡайҙа оя яһай? (
ҡамыш араһында).
Тәрбиәсе ярҙам итә. -Бик шәп, балалар. Бына беҙ бергәләп торна тураһында карта төҙөнөк. Хәҙер ошо һүрәттрәгә ҡарап торна тураһында һөйләргә кәрәк.
Был торна. Ул күсер ҡош. Торнаның башы, осло суҡышы, оҙон муйыны, оҙон аяҡтары, ҡупшы ҡойроғо бар. Тәрбиәсе: Артабан, кем таҡта янына сығып һөйләргә теләй. Ниндәй ҡош тураһында һөйләргә теләйһең?
Бала: Мин турғай тураһында һөйләйем.
Тәрбиәсе: Тәүҙә карточкаларҙы урынлаштырып сыҡ. Шунан һөйләп ишеттерерһең. Ҡалғандар иғтибар менән тыңлап һәм ҡарап ултыралар. Бала яңылышһа, ярҙам итергә әҙер булығыҙ.
Бала:
Был турғай. Ул ҡышлаусы ҡош. Турғайҙың башы, кәүҙәһе, ҡанаттары бар. Уның ҡойроғо ҡыҫҡа. Суҡышы осло. Турғай миләш ярата, ем ашай. Турғай ҡыйыҡ аҫтында оя ҡора. (
Шул рәүешле сыйырсыҡ тураһында икесе бала һөйләй)
Тәрбиәсе: (
картаға иғтибар йүнәлтеп) Бына, балалар беҙ бергәләп ҡоштар тураһында карта төҙөнөк. Был карта интеллект картаһы тип атала. Интеллект карталарын башҡа нәмәләр тураһында ла төҙөп була. Мәҫәлән, хайуандар, емеш – еләк, һауыт – һаба һәм башҡалар. Мин һеҙгә өйҙә әсәйҙәрегеҙ менән эшләп ҡарарға тәҡдим итәм. Рәхмәт балалар! Һеҙ бик уңған, тырыш, ныҡыш балалар!
Тәрбиәсе: (
турғайҙар сипылдашҡан тауыш ишетелә) Сеү, ниндәй тауыш сыға? Әйҙәгеҙ минең арттан, тауышты эҙләйек. (
турғайҙар һайрауы көслөрәк ишетелә, балалар ағас һүрәте эргәһенә киләләр). Тәрбиәсе: балалар, ҡарағыҙ әле, турғайҙар ағас төбөнә йыйылғандар. Улар өшөгәндәр. Әйҙәгеҙ, беҙ уларҙы ағас ботаҡтарына урынлаштырайыҡ.
Рефлексия. Кемдәргә бөгөнгө уйын еңел булды, бөтәһе лә аңлашылды, ҡоштарҙы ағастың өҫкө ботаҡтарына ҡуйығыҙ. Ә кемдәргә саҡ ҡына ауыр булды, турғайҙарҙы ағастың аҫҡы ботаҡтарына урынлаштырығыҙ
(тәүҙә ҡыҙҙар сыға, аҙаҡ малайҙар).Йомғаҡлау.
Тәрбиәсе: Афарин, балалар. Һеҙ бөтә эштәрҙе лә ихлас тырышып үтәнегеҙ, иғтибарлы булдығыҙ! Мин һеҙгә серле ҡумта бүләк итәм (ағас төбөнән ҡумта сығара). Уның эсендә нимә икән? Әйәҙгеҙ ҡарайыҡ (
аса, эсенән тағараҡ сығара).
Балалар бына һеҙгә тағараҡ. Һеҙ уйнарға сыҡҡас ҡоштарға ошо тағараҡты эләрһегеҙ. Ем һалып ҡоштарҙы ашатырһығыҙ (ем һалынған моҡсайҙар тапшыра). Ҡоштраҙы һаҡлағыҙ, яратығыҙ, тәрбиәләгеҙ. Ҡоштар – беҙҙең ҡанатлы дуҫтар.